Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Сентябрь 2018, 06:12

Башҡортостанда алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаттары танытмалар алды

Кисә, 20 сентябрҙә, Өфөлә, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яңы һайланған депутаттарына танытмалар тапшырыу тантанаһы үтте.

Халыҡ һайланыусыларына документтарҙы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев тапшырҙы.
Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышына 79 – «Берҙәм Рәсәй», 15 — КПРФ, 7 — ЛДПР, 5 — «Ғәҙел Рәсәй», 2 — «Рәсәй патриоттары», бер «Йәшелдәр» партияһы вәкиле һәм тағы ла берәү үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе үтте. Дәүләт Йыйылышында бөтәһе 110 депутат.
Яңы саҡырылыштың тәүге ултырышы киләһе аҙнала – 28 сентябрҙә – уҙа. Уны һайланған депутаттарҙың иң олоһо аса.
http://www.bashinform.ru/news/1214044-v-bashkirii-deputaty-gossobraniya-shestogo-sozyva-poluchili-svoi-udostovereniya/
Читайте нас