Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Сентябрь 2018, 11:34

Бөтә республиканан кейеҙ оҫталары тирмәне биҙәү өсөн үҙенсәлекле панно эшләне

Башҡортостанда кейеҙ оҫталары башҡорт тирмәһенә ҡурай темаһына ете паннонан торған (170-кә 140 см ҙурлыҡта) эске байрамса биҙәүес проектын эшләне.

Проектты Бөрйән районында 2018 йылдың июнендә үткән «Тамға» художество кейеҙ оҫталары симпозиумында ҡатнашыусылар тормошҡа ашырҙы. 21 сентябрҙә «Урал» галереяһында проект сиктәрендә эшләнгән эштәр күргәҙмәһе була.
Панно халыҡ көйҙәре, эпостар башҡырыласаҡ, сәсәндәр ярышасаҡ, ҡурай һәм ҡумыҙ яңғыраясаҡ тирмәне биҙәр тип күҙаллана. Ҡатнашыусылар араһында Өфөнән Резеда Шағиева һәм Ольга Серебренникова, Ейәнсура районынан Гөлфиә Вәлитова, Иглин ауылынан Александр Матвеев һәм башҡа билдәле кейеҙ оҫталары.
Шулай уҡ эштә Өфө, Октябрьский, Учалы, Нефтекама, Ағиҙел, Сибай ҡалалары, Кушнаренко, Дүртөйлө, Баймаҡ һәм Бөрйән райондары рәссамдары ҡатнашты.
Күргәҙмә сәғәт 4-тә асыла.
http://www.bashinform.ru/news/1213976-v-bashkirii-mastera-voyloka-sozdali-panno-dlya-vnutrennego-dekora-bashkirskoy-yurty/
Читайте нас