Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразына ярашлы, Өфөлә 22 һәм 23 сентябрҙә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Һауа 19-21 градусҡаса йылына, ел көнбайыштан һәм көньяҡтан, секундына өс метр. Төндә температура 6 градусҡа тиклем түбәнәйә. Яуым-төшөм көтөлмәй.
24 сентябрҙән йылы була, ләкин ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар фаразлана.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, сентябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостан биләмәһендә уртаса тәүлек һауа температураһының норманан ике градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.
http://www.bashinform.ru/news/1213666-v-bashkirii-v-vykhodnye-budet-teplo/