Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Сентябрь 2018, 07:59

Республикала йортта газ шартлауы арҡаһында ике фатир емерелгән, ҡорбандар бар

20 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының оператив-дежур сменаһына Ҡырмыҫҡалы районы диспетчерынан бер ҡатлы дүрт фатирлы йортта көнкүреш газы шартлауы тураһында хәбәр килгән.

20 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының оператив-дежур сменаһына Ҡырмыҫҡалы районы диспетчерынан бер ҡатлы дүрт фатирлы йортта көнкүреш газы шартлауы тураһында хәбәр килгән.
Фажиғә Олокүл ауылындағы Төҙөүселәр урамында булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында хәбәр ителгәнсә, ҡорбандар бар.
«Янғын һүндереүселәр урынға барып еткәс, ике фатирҙың емерелеүен асыҡлаған. Зыян күргән кешеләр Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк дауаханаһына оҙатылған, — тип хәбәр иттеләр ведомствола. — Авария-ҡотҡарыу эштәре алып барыла, бәлки, тағы ла зыян күреүселәр барҙыр».
Ваҡиға урынында төҙөлөш конструкциялары өйөмдәрен таҙартыу буйынса ауыр инженер техникаһы эшләй. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһынан 29 берәмек техника һәм 114 кеше, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 18 берәмек техника һәм 84 кеше йәлеп ителгән. Төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы ла ваҡиға урынында.
«Һәләк булған ике кешенең – 87 йәшлек ирҙең һәм 74 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табылған. Йортта һигеҙ кеше йәшәгән. Балалар йәшәмәгән. Янғын булмаған. Әле ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған. Урында психологтар һәм кинологтар эшләй. Хәл контроль аҫтына алынған. Өйөмдәрҙе таҙартыу буйынса эштәр башҡарыла», — тип өҫтәнеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1213692-v-bashkirii-iz-za-vzryva-gaza-v-zhilom-dome-proizoshlo-obrushenie-dvukh-kvartir-est-zhertvy/
Читайте нас