Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы финалсылары иғлан ителде.
Ете ярым финалсынан өсөнсө турға Мария Дуэньяс (Испания), Иссеи Курихара (Япония), Фёдор Безносиков (Рәсәй), Степан Стариков (Рәсәй) үттеләр.
«Музыканттарҙы тыңлағандар өсөн һөҙөмтәләр көтөп алынған булды. Һис шикһеҙ, һәр кем үҙенеке өсөн борсолдо, әммә был дүртәү – беренсенән, ысын профессионалдар, улар бөтә нәмәне лә белә, икенсенән, — улар оркестр менән сығыш яһарға лайыҡ. Шулай итеп иртәгә һеҙҙе бик сағыу концерт көтә», — тип комментарий бирҙе Өфө скрипкасыһы һәм дирижер Рөстәм Сөләймәнов.
Бөгөн, 20 сентябрҙә, конкурстың өсөнсө туры уҙа, музыканттар Рәсәйҙең Милли филармония оркесты солистары ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры менән уйнай. Дирижер пульты артында күренекле Эстония музыканты Михаил Герц була.
20 сентябрҙә Өфө сәнғәт училищеһында конкурстың жюри ағзалары Цянь Чжоу (Сингапур) сәғәт 12-нән 2-гә тиклем һәм Такаси Симидзу (Япония) 2-нән 4-кә тиклем оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.
21 сентябрҙә жюри рәйесе Михаил Копельман (АҠШ) һәм жюри ағзаһы Борис Кушнир (Австрия) тәжрибәләре менән уртаҡлаша.
Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсын Башҡортостан Башлығы булышлығында Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте уҙғара.
Конкурс ысынбарлыҡ режимында конкурстың рәсми сайтында: http://vsvc.org/streaming; «Культура.РФ» порталында: https://www.culture.ru/#2842 һәм FB-тағы рәсми берләшмәлә: https://www.facebook.com/vsvc.org күрһәтелә.
http://www.bashinform.ru/news/1213506-v-ufe-nazvali-imena-finalistov-konkursa-skripachey-vladimira-spivakova-/