Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Сентябрь 2018, 08:49

Янғантауҙан тыш, Башҡортостанда тағы бер нисә геопарк барлыҡҡа килеүе мөмкин – Рөстәм Хәмитов

ЮНЕСКО белгестәре «Янғантау» геопаркын глобаль селтәргә индереүгә Башҡортостан ғаризаһын юғары баһаланы. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында белдерҙе.

ЮНЕСКО белгестәре «Янғантау» геопаркын глобаль селтәргә индереүгә Башҡортостан ғаризаһын юғары баһаланы. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығындағы матбуғат конференцияһында белдерҙе.
— Геологик парктар буйынса Бөтә донъя советы беҙҙең «Янғантау» геологик паркы биләмәһен үҙенең исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул итте, беҙ унда булабыҙ. Үҙ яғыбыҙҙан ошо урынды шул иҫәптән туристар өсөн төҙөкләндерергә, ҡарарға тейешбеҙ, — тине республика Башлығы.
Шул рәүешле, «Янғантау» Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә ингән беренсе геопарк була.
- Беҙҙә шулай уҡ геопарк статусы алырҙай тағы ике-өс майҙансыҡ бар. Ул геологик парктарҙы үҫтереү йәһәтенән Рәсәй Федерацияһы флагманы булырға мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Был ҡыҙыҡлы, яҡшы ваҡиға. Геопарктар эргәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ барлыҡҡа килә – экскурсоводтар, хеҙмәтләндереү өлкәһе, инфраструктура. Ошондай эште дауам итәбеҙ. Беҙ трендлы, беҙ Рәсәй Федерацияһында беренсе.
http://www.bashinform.ru/news/1212936-krome-yangan-tau-v-bashkortostane-mogut-poyavitsya-eshche-neskolko-geoparkov-rustem-khamitov/
Читайте нас