18 сентябрҙә Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы үҙ майҙанында «Себер»ҙе ҡабул итә.
Өфөләр ағымдағы миҙгелдә үҙ майҙанындағы бер уйында ғына еңеү яуланы: Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы еңелде — (4:3). Һуңынан «юлаевсылар» бер-бер артлы ике тапҡыр еңелде: «Аҡ Барыҫтан» (4:5) һәм «Нефтехимик»тан (1:3).
Новосибирск боҙ дружинаһы быйылғы миҙгелдә шәп уйнамай: клуб бөтә ете матчтарҙа ла еңелде. Команданың баш тренерын да алмаштырҙылар, ләкин был да ярҙам итмәҫ, тип ышандыра хоккей эксперттары.
Бөгөнгө осрашыуҙа сенсация булырға мөмкин, тип иҫәпләй букмекерҙар. «Себер» үҙенә оҡшамаған, ләкин «Салауат Юлаев» та әлегә ҡыуандырмай.
Уйын Башҡортостандың баш ҡалаһында урындағы ваҡыт буйынса киске 7-лә башлана. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм КХЛ ТВ күрһәтә.
http://www.bashinform.ru/news/1212669-salavat-yulaev-sibir-kto-naberet-ochki-prognoz-na-match-regulyarnogo-chempionata-kkhl/