Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Федерация Советына эшкә күсеү менән бәйле эштән китеү тураһында ғариза яҙған. Ошо хаҡта ТАСС агенлығы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һылтанып хәбәр итә.
Эштән китеү процедураһы яҡынса ике аҙна дауам итә. Алмашҡа дәғүәселәр әлегә әйтелмәй. Вазифаға конкурс ун көн үткәс башлана һәм 26-27 сентябрҙә уҙа.
Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, 17 сентябрҙә Советҡа ысынлап та Ирек Ялаловтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ғариза килгән. Ғаризаны депутаттар ҡала Советының 27 сентябрҙә үтәсәк сираттағы ултырышында ҡарай.
Ирек Ялалов Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын 2011 йылдың аҙағынан алып биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1212910-irek-yalalov-pokidaet-post-mera-ufy/