Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Сентябрь 2018, 06:07

Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ер аҫты йәйәүлеләр үткәүеле барлыҡҡа килә

Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә транспорт хәрәкәтен үҙгәртеү күҙаллана. Атап әйткәндә, йәмәғәт транспорты туҡталышы эргәһендәге светофорҙы бөтөрөү. Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, ремонтлау идаралығы етәксеһе Радмила Мөслимова һүҙҙәренсә, проект эшләнгән һәм тормошҡа ашырыуға әҙер.

«Был участканы планлаштырыу проекты менән транспорт ағымын бүлеү маҡсатында Сочи урамы башында юл төҙөү ҡаралған. Әле бер кимәлдә хәрәкәт ойоштороу ҡарала. Шул уҡ ваҡытта Дуҫлыҡ монументынан Сочи урамы аша төҙөлөп ятҡан яр буйына сығыу өсөн ер аҫты үткәүеле проектланған. Ул светофор ярҙамында көйләүҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк», — тип билдәләне чиновник.
Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 142 миллион һум тәшкил итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында ике күперҙе (Шакша һәм иҫке Затон күперҙәрен) капиталь ремонтлау, шулай уҡ Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы тирәһендә яңы транспорт сиселеше төҙөү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1212528-v-ufe-v-rayone-monumenta-druzhby-poyavitsya-podzemnyy-peshekhodnyy-perekhod/
Читайте нас