Республикала йылынан башланған аҙна һыуыҡ һәм ямғырлы һауа торошо менән алмашына. Башгидромет синоптиктары 19 сентябргә үҙгәрештәр вәғәҙә итә, әммә һыуыҡ оҙаҡ булмай тип асыҡлыҡ индерә. Аҙна аҙағында республика биләмәһенә йәнә юғары баҫым өлкәһе күсә. Яуым-төшөм ихтималлығы кәмей, һауа температураһы күтәрелә.
19 сентябрҙә төндә +6,+11, көндөҙ +10,+15 градус көтөлә, бер аҙ ямғыр яуа. 20 сентябрҙә яуым-төшөм ихтималлығы һаҡлана. Һауа температураһы төндә +2,+7, көндөҙ +10,+15 градус. Рәсәй Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, сентябрҙең икенсе декадаһында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә уртаса һауа температураһы норманан 2 градусҡа юғары булыуы көтөлә.