Сарала район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов, шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев, БР алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 55-се Бөй һайлау округы буйынса депутат Рәмзил Низаметдинов, республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан вәкил Рәфис Зәйнүков ҡатнашты.
Балалар майҙансығы федераль, республика һәм урындағы бюджет аҡсалары иҫәбенә төҙөлдө. Проект “2014-2020 йылдарға ауыл территорияларының тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһының ярҙамсы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Объекттың хаҡы 3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, уның 1,9 миллион һумы — грант ярҙамы.
Балалар майҙансығы ете уйын комплексынан тора: ҡомлоҡ, бәүелсәктәр, карусель, паровоз, өс йәштән 12 йәшкә тиклемге һәм инвалид коляскаһында йөрөргә мәжбүр булған балалар өсөн уйын комплекстары.
“Әкиәт” майҙансығы борайҙар өсөн генә түгел, ә йәйен каникулда өләсәһенә-олатаһына ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар өсөн дә ҙур бүләк булды.
Майҙансыҡты ҡорғанда ярҙам күрһәткән ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәренә айырым рәхмәт әйтке килә.
Марсилә Шәрипова әҙерләне.