Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Сентябрь 2018, 08:40

Балтас районынан Ләйсән Саяпова “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» дәүләт миҙалын тапшырыуҙың сираттағы тантанаһы уҙҙы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән 45 күп балалы әсә юғары наградаға лайыҡ булды. Улар араһында Балтас районынан да ике әсә бар.

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» дәүләт миҙалын тапшырыуҙың сираттағы тантанаһы уҙҙы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән 45 күп балалы әсә юғары наградаға лайыҡ булды. Улар араһында Балтас районынан да ике әсә бар. Боғҙан ауылынан биш бала әсәһе, Иҫке Тимкә урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйсән Рим ҡыҙы Саяпова (һүрәттә) ҙур һөйөнөс менән ҡабул итте был бүләкте.
Ә икенсе бүләкләнеүсе әсә, Иҫке Тимкә ауылында йәшәүсе Лилия Ғәтифйән ҡыҙы Шәңгәрәева, алтынсы сабыйы донъяға килеү сәбәпле, бала тыуҙырыу бүлегендә ҡалып, тантанала ҡатнаша алмай. Шәңгәрәевтар ғаиләһендә биш малай һәм бер ҡыҙ тәрбәиләнә хәҙер. Бүләкләнеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
https://vk.com/club107258580
Читайте нас