Башҡортостан уҡыусыларын VIII «Башҡортостан ҡоштары» республика балалар интернет-конкурсында (йәй/көҙ миҙгеле) ҡатнашырға саҡыралар.
Конкурста бер нисә номинация: ҡош менән фото; ҡоштар өсөн файҙалы ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыу; Башҡортостанда оялаған һәм йылы яҡҡа осҡан ҡош менән фото; Башҡортостанда оялаған һәм йылы яҡҡа осҡан ҡош төрҙәре тураһындағы һорауҙарға яуаптар.
Конкурс өсөн материалдарҙы «Башҡортостан ҡоштары» конкурсы сайтына ебәрергә кәрәк. Эштәр 2018 йылдың 1-7 октябрендә ҡабул ителә, 2018 йылдың 1 ноябрендә еңеүселәр иғлан ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1211864-shkolnikov-priglashayut-prinyat-uchastie-v-konkurse-ptitsy-bashkirii/