«Бөгөн төҙөлөш майҙансығы әҙерләнгән, билдә һалынған, фундаментҡа нигеҙ соҡоро ҡаҙыла, уның конструкцияһына цоколь ҡаты инә. Киләсәктә бында китап һаҡлағысы урынлашасаҡ», — тип һөйләне Дыуан ауылы мәҙәниәт йорто директоры Елена Русина.
Шулай уҡ яңы социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө проектында китапхана, 300 урынлыҡ тамаша залы, тренажер залы, баян, фортепиано, хореография, хор бүлексәһе кластары менән музыка мәктәбе ҡаралған.
Эштәрҙе 2019 йылдың 1 сентябрендә тамамлау күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1210770-k-100-letiyu-respubliki-v-duvane-nachato-stroitelstvo-sotsialno-kulturnogo-tsentra/