Башҡортостан тауар балы етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды биләй. Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2021 йылда умартасылыҡ буйынса XLVII «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерлек һәм уҙғарыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте.
Республикала 350 мең бал ҡорто күсе иҫәпләнә, йыл һайын 5-6 мең тонна тауар балы етештерелә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Ул илебеҙҙә етештерелгән бөтә тауар балынан һигеҙ процент, Башҡортостандың Волга буйы федераль округындағы өлөшө 23 процент тәшкил итә.
- Беҙҙә бик ҙур баллы биләмәләр бар – йүкә, ҙур-ҙур ауыл хужалығы культуралары майҙандары, ҡоро үҙәндәр. Был байлыҡтар менән мөмкин тиклем күп итеп файҙаланырға, умартасылыҡтарҙы киңәйтеү, алған балды ихтыяжлы аҙыҡ-түлек баҙарына эшкәртеү, уның конкуренция һәләтлеген арттырыу өсөн шарттар, мөмкинлектәр булдырырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1211647-rustem-khamitov-bashkortostan-pervyy-v-rossii-po-proizvodstvu-tovarnogo-myeda/