Йүгерергә яратыусылар Ҡашҡаҙан күле тирәләй ике саҡрым арауыҡты үтте. Хеҙмәт коллективтары араһында уҙышта Октябрь районы вәкилдәре уңышҡа өлгәште. Мәҫәлән, 155-се лицейҙың физкультура уҡытыусыһы Гүзәл Арыҫланова беренсе урын алды.
Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды.
«Милләттәр кросы» — Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә иң күмәк спорт сараһы, был 1-12 саҡрым арауыҡҡа уҙыш. Ул 2004 йылдан ике этапта уҙғарыла. Ярыштарҙың беренсе этабы Рәсәй төбәктәрендә сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе уҙғарыла. Арауыҡты һәм ҡатнашыу шарттарын ярыштарҙы ойоштороусылар урындарҙа билдәләй. Уның еңеүселәре һәм призерҙар «Милләттәр кросы»ның финал стадияһында – беренсе этап тамамланғандан һуң бер аҙнанан Мәскәүҙә үткән Гран-приҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә була.
http://www.bashinform.ru/news/1211688-v-ufe-uchastnikami-krossa-natsiy-2018-stali-bolee-4-5-tysyach-lyubiteley-sporta/