«Атап әйткәндә, Дим биҫтәһенән Сипайловоға йөрөгән автобустарҙа хаҡтар арта. Маршруткаларҙа, был яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артыуға бәйле, тип яҙылған иғландар эленгән», — тип хәбәр итә Башҡортостан ДТРК-һы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлегә тиклем Өфөлә маршрут автобустарында йөрөү хаҡы 2017 йылдың ҡышында артҡайны. Ул саҡта ҡала халҡы Өфө властарынан ҡала транспортының хаҡтар сәйәсәтен көйләгән норматив документ әҙерләүҙәрен һораны.