Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Сентябрь 2018, 07:08

Башҡортостан парашютсылары ике рекорд ҡуйҙы

Минзәләлә Башҡортостан Республикаһы парашютсылары йыйылмаһы республиканың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған 15 way ҙур формация класында рекорд ҡуйҙы.

Минзәләлә Башҡортостан Республикаһы парашютсылары йыйылмаһы республиканың ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған 15 way ҙур формация класында рекорд ҡуйҙы.
15 спортсы һәм һауала төшөрөүсе видеооператор самолеттан 4000 метр бейеклектә айырылды, ә яҡынса 2500 метр бейеклектә ирекле осошта 15 кеше сәскә һынын йыйҙы һәм был һынды 4 секунд тотоп торҙо. Һуңынан, өлкән спортсы командаһы буйынса һынды хәүефһеҙ таратып, бер-береһенән кәрәкле арауыҡҡа йыраҡлашып, парашюттарҙы асты һәм имен генә ергә төштө», — тир аңлаттылар республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
8 сентябрҙә команда һауала шундай уҡ һынға йыйылды һәм яңыһын төҙөнө.
Башҡортостан Республикаһы Парашют спорты федерацияһының Судьялар коллегияһы Башҡортостан Республикаһы ҡуйған «15 кешенән торған ҙур формация» һәм «15-way Sequential ҙур формация» рекордтарын теркәне», — тип өҫтәнеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1211822-parashyutisty-iz-bashkirii-ustanovili-dva-rekorda/
Читайте нас