Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Сентябрь 2018, 06:14

17 сентябргә һауа торошо: яуым-төшөмһөҙ һәм +27 градус

17 сентябрҙә Башҡортостанда һауа +27 градусҡа тиклем йылына, яуым-төшөм көтөлмәй, тип хәбәр итә Башгидромет.

17 сентябрҙә Башҡортостанда һауа +27 градусҡа тиклем йылына, яуым-төшөм көтөлмәй, тип хәбәр итә Башгидромет.
Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төнгө температура +8 градусҡа ҡәҙәр төшә, ә төньяҡ һәм таулы райондарҙа +2.
18 сентябрҙә төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы, ҡайһы бер төньяҡ-көнбайыш райондарҙа уртаса ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13 градус, көнсығыш буйынса +2, көндөҙ 23+28, көнбайыш райондарҙа +18 градус.
19 сентябрҙә төбәктә ямғырҙар башлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән. Һауа температураһы 6-11 градус, көндөҙ 13-18 градус йылы.
Башҡортостандың һауа торошо картаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер Өфөлә 13 градус йылы, ел көнсығыштан, секундына 1 метр. Иң түбән һауа температураһы – Учалыла, унда ни бары +2 градус.
http://www.bashinform.ru/news/1211835-pogoda-na-17-sentyabrya-bez-osadkov-i-27-gradusov/
Читайте нас