«Дөйөм команда иҫәбендә Ҡырғыҙ Республикаһы йыйылмаһы еңеү яуланы (100 миҙал — 40 алтын, 30 көмөш һәм 30 бронза). Таблицаның икенсе баҫҡысын 69 миҙал менән Ҡаҙағстан йыйылмаһы биләй — 16 алтын, 24 көмөш һәм 29 бронза. Рәсәй командаһы — өсөнсө урында. Беҙҙең йыйылмала 52 миҙал — 16 алтын, 11 көмөш һәм 25 бронза. Дүртенсе урында — Төркмәнстан (27 миҙал — 10 алтын, 5 көмөш, 12 бронза), бишенселә — 33 миҙал менән Үзбәкстан командаһы, шуларҙың — 7-һе алтын, 8-е көмөш, 18-е – бронза», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан спортсылары түбәндәге дисциплиналарҙа төрлө дәрәжәләге миҙалдар яуланы: Гуштини милли камарбанди (тажик милли билбау көрәше) көрәшендә Артур Зөлҡәрнәев — 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында «алтын», «бронза» — Рәзил Шабиевта (68 килограмға тиклем); төркмән көрәшендә «бронза» — Евгений Бикташевта (62 килограмға тиклем); ҡаҙаҡ көрәшендә «көмөш» — Дмитрий Баляновта; азербайжан көрәшендә өсөнсө урын Илфаҡ Ибәтуллинда; бөркөт менән һунар итеүҙә Гөлгөнә Баймырҙина икенсе урынды алды, ә төрөк көрәше буйынса ярыштарҙа Курмангазы Шаймуханов бронза миҙал яуланы.