Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Сентябрь 2018, 12:04

Башстат: ете айҙа республика халҡы 6,5 меңгә аҙайған

Статистар Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүе тураһында хәбәр итә.

Статистар Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүе тураһында хәбәр итә.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың ғинуар-июль айҙарында республикала 27 565 кеше тыуған, 30 255-е үлгән. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе 2690 кеше тәшкил иткән, 2017 йылда ул -1571 кешегә тиң булған. Өфөлә ете айҙа 7783 сабый донъяға килгән, 7128 кеше үлгән.
Ошо осорҙа Башҡортостанға 80 308 кеше килгән, 84 035-е күсеп киткән. Миграция кәмеүе 3727 кеше тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда ла кәмеү күҙәтелгән — 572. Ете ай эсендә Өфөнән 19 970 кеше күсенгән, 16 824 кеше килгән, кәмеү 3 146 кеше тәшкил иткән.
Дөйөм алғанда, республикала халыҡтың кәмеүе яҡынса 6 454 кеше тәшкил иткән, былтыр иһә ул 2143-кә тиң булған.
http://www.bashinform.ru/news/1207642-bashstat-ubyl-naseleniya-v-respublike-za-7-mesyatsev-sostavila-pochti-6-5-tysyach-chelovek-/
Читайте нас