Дмитрий Медведев белдереүенсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы һайлауҙа лайыҡлы һѳҙѳмтә күрһәткән.
- Партия тотороҡло сығыш яһаны, ошо ваҡытҡа алынған һѳҙѳмтәләр буйынса, Федерацияның һайлау булған барлыҡ тѳбәктәрендәге закондар сығарыу органдарында ла алдынғылыҡты һаҡлай. Был хаҡта ошо сәғәткә алынған мәғлүмәттәр ҙә һѳйләй, - тине Дмитрий Медведев.
Уның белдереүенсә, партия тәҡдим иткән кандидаттар уңышлы сығыш яһаған.
- Беҙҙә һайлау һѳҙѳмтәләре насар түгел. Электораттың 50 проценты ҡатнашты. Ѳс миллион һайлаусының 1,5 миллионы һайлау участкаларына килде. Әле бюллетендәрҙең 27 проценты эшкәртелгән. «Берҙәм Рәсәй» 61 процент һѳҙѳмтә менән алда бара, - тине Рѳстәм Хәмитов.
http://bashgazet.ru/politika/31635-rstm-hmitov-ajlau-el-jashy-tynys-sharttara-tte.html