Партияның Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин, март айында ил президентын һайлау менән сағыштырғанда, бөгөн тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге түбәнерәк булыуын билдәләне. Ул быны сентябрь айының һайлау үткәреү өсөн ҡулай булмауына бәйләне. Тулы әҙерлек һәм агитация алып барыу өсөн ноябрь йә март айҙары яҡшыраҡ булыр ине, тип билдәләне Юнир Ғәлимйән улы.