Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
10 Сентябрь 2018, 06:15

Ҡайһы бер тѳбәктәрҙә һайлау яңынан булмаҡсы

Ҡайһы бер тѳбәктәрҙә һайлауҙың икенсе тапҡыр үтеүе лә ихтимал. Мәҫәлән, Хабаровск крайында губернаторлыҡҡа кандидатураһын ҡуйғандарҙың береһе лә 50 процент тауыш йыя алмаған.

Берҙәм һайлау кѳнѳндә Рәсәйҙә тѳрлѳ кимәлдәге 4,5 меңдән ашыу һайлау һәм референдум үтте, шул иҫәптән 26 тѳбәктә - башлыҡ, 16-һында - урындағы парламент, бер мандатлы ете округта Дәүләт Думаһы депутаттарын һайланылар.
Тѳбәктәр араһында сәйәси сарала ҡатнашҡандар иҫәбе буйынса әлегә Кемерово ѳлкәһе беренсе урында килә, йәғни 70,1 процент тәшкил итә, ә Новосибирск ѳлкәһе иң артта – 29,4 процент.
http://bashgazet.ru/31633-ajy-ber-tbktr-ajlau-jaynan-bulmasy.html
Читайте нас