Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Сентябрь 2018, 13:13

Участкалар һайлаусыларҙы көтә

Киләһе йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Асҡын районы 31-се төньяҡ һайлау округына инә. Был округта тағы ла Балтас һәм Тәтешле райондары бар. Республикала йәшәүселәр 110 депутат һайларға тейеш.Шуларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округында партия исемлектәре буйынса һайлана.
Был көндө ике бюллетень аласаҡбыҙ. Бер бюллетендә алты партия түбәндәге тәртиптә урынлаша: беренсе — “Берҙәм Рәсәй”, икенсе — “Ғәҙел Рәсәй”, өсөнсө — “Рәсәй патриоттары”, дүртенсе — “Йәшелдәр”, бишенсе — ЛДПР һәм алтынсы — КПРФ.
Ә икенсе бюллетендә алфавит тәртибендә бер мандатлы округ буйынса кандидаттар исемлеге: Васильев Владислав, Ҡадыров Рәфис, Кондратьев Максим, Шәйхуллина Эльмира, Шәрипов Шамил; кандидаттар исемлеген теркәүсе һайлау берләшмәһе исеме, кандидаттар исемлеге төркөмө номеры буласаҡ.
Һайлаусы бюллетендә үҙе теләгән кандидат өсөн билдә ҡуйып, кабинканан сыҡҡас, уны тауыш биреү тартмаһына төшөрә. Тауыш биреү барышында кабинкала һайлаусынан башҡа бер кем дә булырға тейеш түгел.
Әгәр кемдер ваҡытлыса булған урынында һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә өлгөрмәгән икән, быны 8 сентябрҙең 14 сәғәтенә тиклем тик теркәлгән урыны буйынса участка һайлау комиссияһында ғына эшләргә мөмкин. Махсус ғариза һайлаусы ҡулында ҡала һәм тауыш биреү көнөндә ҡайһы участкала һайлай, шунда ғына алына. Был ғаризаға ялғандан һаҡланыу маҡсатында айырым билдә — марка йәбештерелгән. Өйҙә, йәки законда әйтелгәнсә “тауыш биреү бинаһынан ситтә” һайлау хоҡуғы сәләмәтлеге насар йәки урынлы сәбәптәр арҡаһында һайлау участкаһына килә алмаған кешеләргә бирелә. Был турала ғаризаны 9 сентябрҙең 14 сәғәтенә тиклем бирергә мөмкин.
Хөрмәтле һайлаусылар! Берегеҙ ҙә республикабыҙ яҙмышына битараф түгелдер, тип ышанабыҙ. Республика парламентында ниндәй депутаттар эшләйәсәге үҙебеҙҙән тора.
Читайте нас