Стратегия өҫтөндә эште төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе контролдә тотто. Төп стратегик документты әҙерләү менән республиканың башҡарма власть органдары ҡатнашлығында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы шөғөлләнде. Был процесҡа шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, ғилми берләшмәләр һәм эшлекле даирәләр вәкилдәре иҫәбенән белгестәр йәлеп ителде.
Республика стратегияһы кешелек капиталы, реаль иҡтисад секторы, биләмәләрҙе һәм дәүләт идаралығын тигеҙ үҫтереү өлкәһендә саралар комплексын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән. Документтың төп маҡсаты – 2030 йылға төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса тәүге 10 лидер-төбәк исемлегенә инеү. Бөгөн көнгә Стратегия Рәсәй Президентының 204-се «май» Указының маҡсатлы йүнәлештәре менән синхронлаштырылған. Республиканың бөтә дәүләт программаларын, тармаҡ стратегияларын, концепцияларҙы һәм юл карталарын Стратегия идеологияһына ҡайтанан йүнәлтеү буйынса эш алып барыла.
http://www.bashinform.ru/news/1206882-minekonomrazvitiya-rossii-odobrilo-strategiyu-bashkortostana-2030/