Осрашыуҙа «Фән» милли проектын бойомға ашырыу мәсьәләләре, төбәктә ғилми һәм ғилми-етештереү кооперацияһын, фәнни тикшеренеүҙәр һәм эштәр алып барыу өсөн инфраструктураны үҫтереү, тармаҡтың кадрҙар потенциалы тикшерелде.
Таһир Аушев Башҡортостанды «бай технологик индустриялы һәм фәнни ҡеүәткә эйә» төбәк тип атаны. Ул Башҡортостан Башлығына кисә уҙған семинар-кәңәшмәлә тикшерелгән мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө Федераль тикшеренеү үҙәге, Башҡортостан Фәндәр академияһы, республика вуздары вәкилдәре ҡатнашты.
Атап әйткәндә, һүҙ илдә донъя кимәлендәге милли фәнни үҙәктәр ойоштороуға мөнәсәбәттәрҙе яңынан ҡарау мөмкинлеге хаҡында барҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин ошондай бурыс ҡуйҙы, «Фән» милли проекты сиктәрендә ошондай үҙәктәр асыу ҡаралған.
– Донъя кимәлендәге милли фәнни үҙәктәр һәм ғилми-белем биреү үҙәктәрен булдырыу ике өлөштән тора. Тәүгеһе – фелераль ярҙам, уларҙың күләме әлегә билдәләнмәгән. Икенсеһе – билдәле бер статус һәм махсус эшләү шарттары, – тине Таһир Аушев.
Уның һүҙҙәренсә, ошондай 15 үҙәккә генә федераль ярҙам күрһәтелә. Ләкин ошо 15 иҫәбенә инмәгән, әммә финанслауҙы үҙ өҫтөнә алырға әҙер булған төбәктәр ҙә донъя кимәлендәге фәнни үҙәк статусын алыуға дәғүә итә ала.
– Бындай осраҡта президенттың ошо башланғысы көсәйә генә, сөнки төбәктә үҙҙәренә ниндәй үҙәктәр кәрәклеген яҡшыраҡ белә. Әгәр улар уны финансларға әҙер булһа, үҙәктәргә ошондай юғары статус биреү төбәкте үҫтереү өсөн көслө ярҙам булыр ине, – тине Таһир Аушев.
Башҡортостан Башлығы был идеяны хупланы.
- Ошо 15 төбәк иҫәбенә эләгеүҙең бар йәһттән дә ҡатмарлы икәнен аңлайым, –тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, беҙ а) ошо 15 төбәк иҫәбенә инергә тырышырбыҙ; б) әгәр килеп сыҡмаһа, фәнгә булышлыҡ итербеҙ һәм күпме кәрәк, шунса аҡса бүлербеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1206256-rustem-khamitov-vstretilsya-s-chlenom-korrespondentom-ran-tagirom-aushevym/