Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Сентябрь 2018, 06:49

Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә хор класы асылды

Иҫке Ҡаҙансы ауылында шатлыҡлы ваҡиға булды — мәктәптә Балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы асылды.

Хөрмәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов ярҙамы менән балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең күптән көткән хыялы тормошҡа ашты. Яңы асылған хор класына 30 бала йөрөйәсәк. Улар халыҡ уйын ҡоралдарына ғына түгел, ә Әлфис Суфиян улы бүләк иткән пианиноға ла ҡушылып йырлаясаҡ.
Мәктәп коллективы һәм ата-әсәләр район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Земфира Равил ҡыҙына һәм Елена Владимировна етәкселегендәге Балалар сәнғәт мәктәбе коллективына ла рәхмәтле.
Читайте нас