ТАСС агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы Уралда Өфөнән көнсығышҡа табан 133-сө саҡрымда 5,5 магнитудалы ер тетрәү булған, тип хәбәр итә Европа-Урта диңгеҙ сейсмология үҙәге. Ер һелкенеү сығанағы 10 саҡрым тәрәнлектә урынлашҡан. Әлегә емереклектәр тураһында мәғлүмәт килмәгән.