«Бәлки, был тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән саралар һөҙөмтәһелер. Бәлки, улар әле үк һөҙөмтә бирә башлағандыр, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә. — Был — федераль кимәлдә ҡабул ителгән саралар һәм Башҡортостан Башлығы указы буйынса тәүге бала тыуғас түләнгән 300 мең һум».
Ошо ярҙамды алырға мөрәжәғәт иткәндәр һаны көтөлгәндән күберәк булып сыҡҡан, ошо маҡсатҡа бюджет аҡсаһы арттырылған. «Уҙған аҙнала тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә 690 миллион һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ошо сумманы билдәләгәндә иҫәпкә алынмағандар һаны 1700-гә етте», — тип хәбәр итте Рөстәм Мәрҙәнов, «күрһәткесте анализларға кәрәк» тип билдәләп.
http://www.bashinform.ru/news/1204640-v-bashkirii-novye-mery-podderzhki-semi-dali-vsplesk-rozhdaemosti-v-iyule/