Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Август 2018, 08:08

“Һөт фестивале” майҙансығынан кеше өҙөлмәне

Район Мәҙәниәт йорто алдында бәләкәй майҙансыҡтар ойошторолғайны.

“Һөт фестивале” майҙансығында Ҡашҡа, Табаҫҡытамаҡ, Көнгәк ауыл биләмәләре һыйыр һәм кәзә һөтөнән эшләнгән продукция менән таныштырҙы. Теләгәндәр тәмләп ҡарап, һатып алып та ҡыуанды. Һөт ризыҡтарының ниндәйе генә юҡ ине: ҡатыҡ, һөҙмә, ҡаймаҡ, һары майҙың яңы ғына яҙылғаны ла, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн иретелгәне лә, туңдырылғаны ла, һөҙмә, эремсек, ҡорот һәм башҡалар, һәм башҡалар... Ҡыҫҡаһы, йәнең теләгән ризыҡты табып була ине! Уңған хужабикәләр ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ, тәмле һүҙ, йыр-таҡмаҡтар менән ҡаршы алып, һөт ризыҡтары менән һыйланы.
Табаҫҡытамаҡтан Рәүизә Фәтхлисламова кәзә һөтөнән әҙерләгән ҡымыҙ, Әмирҙән Эльвира Сибәғәтуллина үҙенсәлекле рецепт буйынса эшләгән ҡорот, Билгештән Фәнилә Шәмсетдинова алып килгән ҡыҙыл эремсек бигерәк тә популяр булды. Табаҫҡытамаҡтар килтергән сыр (брынза) ҙа “һә” тигәнсе бөттө! һыйлы көнөң — һыйырҙа, тигән халыҡ мәҡәләнең бөгөн бигерәк тә көнүҙәк булыуына тағы ла бер инанды сараға килеүселәр.
Наилә Имаева.
Читайте нас