Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Август 2018, 08:29

Сабир Нәғим улы Шәрипов көтмәгәндә яҡты донъяларҙан китте

Халҡыбыҙ оло юғалтыу кисерҙе - күренекле яҙыусы, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Нәғим улы Шәрипов көтмәгәндә яҡты донъяларҙан китте.

Сабир Нәғим улы Шәрипов 1948 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ы Белорет районының Баҡый ауылында урман хужалығы эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпәте тамамлағандан һуң, 1963—1967 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында уҡый. «Башланғыс синыф уҡытыусыһы» дипломы алып, 1967 йылда үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлегенең тыуған ауылы мәктәбендә башлай. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт—рус бүлегенә уҡырға инә. 1974 йылда БДУ-ны тамамлағас, «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһына тәржемәсе итеп эшкә саҡырыла. 1977 йылда, запастағы офицер булараҡ, Совет Армияһы сафтарына хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм 1979 йылға тиклем сәйәси бүлек хеҙмәткәре вазифаһында «Байкал—Амур» магистрале төҙөлөшөнә йәлеп ителгән хәрби частә хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтҡандан һуң, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшен дауам итә: баҫманың әҙәбиәт, сәнғәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире була. Аҙаҡтан бер нисә йыл «Ағиҙел» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1989—1990 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡандан һуң, 2003 йылға тиклем «Китап» нәшриәтендә нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире була. Һуңынан «Ағиҙел» журналында әҙәби мөхәррир һәм проза бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.
https://vk.com/radioashkadar
Читайте нас