Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Август 2018, 05:57

Рәсәй йырсыһы Иосиф Кобзон вафат булды

Мәскәүҙә легендар эстрада йырсыһы, Дәүләт Думаһы депутаты Иосиф Кобзон 81-се йәшендә вафат булды. Был хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары артистың туғандарына һылтанып хәбәр итә.

Ошо көндәрҙә йырсыны үпкәләрҙе ярҙамсы елләтеү аппаратына тоташтырыуҙары хаҡында яҙғайнылар. Унан алда артисты Мәскәү дауаханаларының береһендәге нейрохирургия бүлеге реанимацияһына күсерҙеләр. Уның хәле ауыр тип баһаланды.
2005 йылда Кобзонда яман шеш таптылар.
Иосиф Кобзон Өфөгә һуңғы тапҡыр 2017 йылдың октябрендә килгәйне. Ул Мостай Кәримдең тыуыуына 98 йыл тулыуға арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1203584-umer-rossiyskiy-pevets-iosif-kobzon/
Читайте нас