Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Август 2018, 08:41

Башҡортостанда белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй

Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостанда белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.

Республика йәшәүселәрҙең (347) 218-09-78 телефонына шылтыратып, бушлай консультация алыу мөмкинлеге бар.
«Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре теләге булғандарҙың барыһына ла мәғариф хеҙмәттәре менән ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың ҡануни нормалары тураһында мәғлүмәт бирергә һәм аныҡ хәлдәрҙе хәл итеү юлдарын тәҡдим итергә әҙер. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны буйынса шылтыратыуҙар 28 сентябргә тиклем ҡабул ителә», — тип асыҡлыҡ индерҙе ведомствоның матбуғат секретары Нина Никандрова.
http://www.bashinform.ru/news/1203677-v-bashkirii-zarabotala-goryachaya-liniya-po-voprosam-okazaniya-obrazovatelnykh-uslug/
Читайте нас