– Гербера, хризантема, гладиолус, георгин, рауза кеүек сәскәләрҙе һайларға мөмкин. Тик уларҙың төҫтәре сағыу булһын, – тине флорист Нэля Ғәлимова. – Гөлләмәнең күләме уны кем тапшырыуына бәйле – кескәй баламы әллә өлкән класс уҡыусыһымы. Беренсе кластар өсөн ҡәләм, линейка кеүек мәктәп атрибуттары ҡушылған кескәй генә тематик гөлләмә ҡулай буласаҡ. Өлкән кластар, ҡағиҙә булараҡ, рауза сәскәләрен йәки көҙгө емеш-еләк, башаҡтар менән биҙәлгән йыйылма композицияларҙы һайлай.