Бөтә донъя CИОФФ конгресы йыл һайын СИОФФ ағзалары булып торған төрлө илдәрҙә уҙғарыла. Сараны Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Башҡортостан хөкүмәте, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы ойоштора.
Бөтә донъя конгресы 11 көн дауам итә, уның эшендә 60 илдән — Азербайжан, Швейцария, Хорватия, Индонезия, Люксембург, Канада, Һиндостан, Финляндия, Коста-Рики, Франция, Япония, Румыния, Италия, АҠШ, Словения, Ҡытай, Венгрия, Германия, Македония, Испания, Камерун, Босния һәм Герцеговина, Мексика һәм башҡа дәүләттәрҙән СИОФФ-тың милли секциялары һәм башҡарма комитетының 200 вәкиле ҡатнаша.
Сара бер нисә майҙансыҡта: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, Конгресс-холда, «Шератон» ҡунаҡханаһында уҙа.
Мәҙәни программа сиктәрендә ҡунаҡтар М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ ҡоралдары оркестры һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө концерттарына бара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәтендә.