Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Август 2018, 06:46

Башҡортостанға йылы һәм ҡояшлы һауа торошо әйләнеп ҡайтты

Башгидромет фаразына ярашлы, алдағы өс көндә республикала йәйгесә йылы һәм ҡояшлы була.28 августа синоптиктар Башҡортостанда көндөң аяҙлы-болотло булыуын фаразлай. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы көндөҙ 20-25 градус.

Башгидромет фаразына ярашлы, алдағы өс көндә республикала йәйгесә йылы һәм ҡояшлы була.
28 августа синоптиктар Башҡортостанда көндөң аяҙлы-болотло булыуын фаразлай. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы көндөҙ 20-25 градус.
29 августа һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй: көн аяҙлы-болотло, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 8-13 градус, урыны менән +3-кә тиклем. Көндөҙ һиҙелерлек йылы — 21-26 градус.
30 августа ла республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 8-13 градус, урыны менән +3-кә тиклем. Көндөҙ 21-26 градус йылы.
http://www.bashinform.ru/bash/1202239/
Читайте нас