Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Август 2018, 06:38

Өфөлә «Башҡортостан һылыуы»н һайлайҙар

20 августа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында III «Башҡортостан һылыуы-2018» республика матурлыҡ конкурсының финалы уҙа.


Был конкурсты «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы йыл һайын уҙғара. Республиканың төп һылыуҡайы исеме өсөн 10 ҡыҙ көс һынаша. «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһында еңеүсе өсөн конкурстың «Бәйләнештә»ге төркөмөндә тауыш бирергә мөмкин.


Тажға лайыҡ булған ҡыҙ республика исеменән халыҡ-ара гүзәллек бәйгеләрендә ҡатнаша. Уҙған йылда «Башҡортостан һылыуы» исемен Баймаҡтан Раушания Исҡужина, унан бер йыл алдараҡ Ишембай ҡалаһынан Айза Кинйәкәева яулағайны.


/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Читайте нас