Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Август 2018, 06:27

Республикала 900-ҙән ашыу балаға ҡыҙылсаға ҡаршы прививка эшләнмәгән

Ҡыҙылса ауырыуы таралыуға бәйле Башҡортостанда йәшәүселәр ошо йоғошло сиргә ҡаршы прививка эшләтеү өсөн табиптарға йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарына белгестәр ата-әсәләрҙең баш тартыуы арҡаһында ҡыҙылсанан прививка яһатмаған 2687 баланы асыҡлаған. Әлеге мәлдә уларҙың һаны — 900-ҙән ашыу.


«Бөгөн ошо һандан 66,4 проценты прививка эшләткән. Өлкәндәргә килгәндә, йыл башында вакцина һалынмаған 3842 кешенең 96,5 проценты прививка яһатҡан», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.


18 июндән 6 авгусҡа тиклем Башҡортостанда ҡыҙылса йоҡторған 22 кеше теркәлгән. Уларҙың 13-ө — балалар, 9-ы — өлкәндәр. Сир осраҡтары Өфөлә, Өфө, Иглин, Шишмә һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында теркәлгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Читайте нас