Әле генә ҡояш ҡыҙҙыра ине, ә һуңғы өс көндә бермә-бер көслө ямғырҙар яуа, һыуыҡ. Йәйҙең матур көндәре ҡасан кире ҡайтыр, тип уйлайһығыҙҙыр. “Башинформ” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 11 августа һауа температураһы йәнә 21-26 градусҡаса күтәрелә. Ләкин бер аҙ яуым-төшөм һаҡланасаҡ. Шишәмбегә, 14 августан һуң, термометр бағанаһы йәнә +13-кә тиклем төшә. Бының менән йәй тамамланмай. Бер аҙнанан Өфөгә 30 градуслыҡ эҫелек кире ҡайта һәм сентябргә тиклем дауам итә. Бына шулай фараз итә синоптиктар.