Йома, 3 августа, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студент булғандарҙың һәм бюджетҡа уҡырға ингәндәрҙең исемлеген элә, йәғни ошондай урындарҙың 80 процентына уҡырға алыу тураһында бойороҡтарҙы баҫтырып сығара.
Шунан һуң мәктәп тамамлаусылар икенсе тулҡында ҡалған 20% өсөн көс һынаша. Ул бөгөн башлана һәм бер нисә көн дауам итә: 6 август — икенсе этапҡа уҡырға алыуға ризалыҡты ҡабул итеүҙең тамамланыу ваҡыты, 8 август — буш бюджет урындарына һәм түләүле бүлектәргә уҡырға алыу.
Быйыл республика мәктәптәрен 18 меңдән ашыу уҡыусы тамамланы, ә бюджетҡа вуздар 9326 беренсе курс студенттарын ҡабул итергә тейеш, шул иҫәптән бакалаврҙар — 5024 кеше, белгестәр — 1212, магистрҙар — 3090, тип белдерҙеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.