Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Август 2018, 09:24

Башҡортостандың ауыл хужалығында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу – республиканың агросәнәғәт комплексы алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә һәм һатыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә белдерҙе. Сара «Баҫыу көнө – 2018» семинар-кәңәшмәһе сиктәрендә үтте.


— Йәнә бер ҡат хәтерегеҙгә төшөрәм, донъя стандарты – ул мең гектар һөрөлгән ергә дүрт кеше. Дүрт кеше ер һөрә, сәсә, ашлама индерә, ошо культураларҙы ҡарай, йыйып ала, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был донъя стандарты һәм уға ынтылырға кәрәк. Беҙҙең иң яҡшы алдынғы хужалыҡтар ярайһы уҡ юғары һандарға эйә – 10-15 кеше.


Башҡортостандың ауыл хужалығы техника менән тәьмин итеү, технологиялар ҡулланыу, орлоҡ материалдарын файҙаланыу буйынса донъя тәжрибәһенең иң яҡшы өлгөләренә яҡынлаша, тип айырып әйтте төбәк Башлығы.


- Тимәк, хеҙмәт етештереүсәнлегендә лә шул рәүешле эшләргә тейеш, — тип билдәләне республика етәксеһе, аграрийҙарға мөрәжәғәт итеп. — Баҙар – иҡтисад ҡарашынан ғөмүмән икенсе хәл икәнлеген аңларға тейешһегеҙ. Был йәһәттә икенселәй эшләргә лә тейешбеҙ.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас