Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Август 2018, 09:21

3 августа республиканың 10 районында урмандарҙа юғары янғын хәүеф фаразлана

3 августа республиканың 10 районындағы урмандарҙа юғары янғын хәүефе фаразлана, тип иҫкәртә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы.


Улар араһында – Әлшәй, Бөрө, Бүздәк, Илеш, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла һәм Яңауыл райондары.


Башҡортостандың башҡа райондарындағы урмандарҙа икенсе, урыны менән беренсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана.


Уҙған тәүлек эсендә төбәктә тәбиғи янғындар теркәлмәгән, тип мәғлүмәт бирә ҡотҡарыусылар.


Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республикала 793 гектарҙан ашыу майҙанда бөтәһе 122 тәбиғи янғын сыҡҡан.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Читайте нас