Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты белгестәре тикшереү үткәргән һәм рәсәйҙәрҙең «лайыҡлы» ғүмер оҙайлығы уртаса 82,7 йәш тип иҫәпләүен асыҡлаған. Ләкин өфөләр күпкә оҙағыраҡ — 85,7 йәшкә ҡәҙәр йәшәргә теләй.
«Иң юғары күрһәткес Омскиҙа — 88,3 йәш. Артабан Владивосток — 87 йәш, Волгоград — 86,3, Севастополь — 86,1, Өфө — 85,7, Краснодар — 85, Ижевск — 84,6, Мәскәү — 84,5, Түбәнге Новгород — 84,5, һәм Силәбе — 84,1 килә», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр университет аналитиктары.