Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Август 2018, 08:39

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостандың 18 районындағы урмандарҙа юғары янғын хәүефе тураһында иҫкәртте

Ҡотҡарыусылар Башҡортостандың 18 районындағы урмандарҙа юғары янғын хәүефе тураһында иҫкәртә.


Бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе республиканың Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бөрө, Бүздәк, Илеш, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл райондарында фаразлана. Башҡортостандың башҡа райондарындағы урмандарҙа икенсе, урыны менән беренсе һәм өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана.


Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлек эсендә төбәк биләмәһендә бер тәбиғи янғын асыҡланған. Ул Бөрйән районында 3,5 гектар майҙанда сыҡҡан. Янғынды шул уҡ көндө һүндергәндәр.


Әлеге ваҡытта Башҡортостан биләмәһендә тәбиғи янғындар юҡ.


Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып республикала 793 гектарҙан ашыу майҙанда бөтәһе 122 тәбиғи янғын сыҡҡан, тип мәғлүмәт бирҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Читайте нас