Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Август 2018, 13:33

Өфөлә шағирә Тамара Ғәниеваның һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе



Китапҡа уның төрлө йылдарҙа яҙылған иң яҡшы шиғырҙары ингән. Публицистик тапҡырлыҡ, драматик көсөргәнешлек, лирик йылылыҡ, фәлсәфәүи уйланыуҙар — Тамара Ғәниева ижадының төп һыҙаттары ошо.


Шиғырҙар циклы тыуған халҡына, Ватанының үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә, яҡын кешеләренә һөйөү менән һуғырылған. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә туған телгә, мәҙәниәткә, милләт-ара үҙ-ара аңлашыуға ихтирамды һаҡлау кеүек мөһим проблемаларҙы күтәрә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Читайте нас