Башҡортостанда бер көн эсендә 12 вируслы гепатит йөрөтөүсе асыҡланған. Вируслы гепатит маркерҙарына экспресс-тест үткәреү акцияһы барышында теләгән һәр кем 15 минут эсендә үҙенең статусын белә алды.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Өфөлә Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш сиктәрендә ойошторолған бушлай акцияла 149 кеше ҡатнашҡан. Экспресс-тест үткән 11 кешелә — вируслы С гепатиты, берәүһендә вируслы В гепатиты маркерҙары табылған. Уларға артабан тикшерелергә кәңәш ителгән.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының 4-се йоғошло клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре Fibroscan күсмә аппаратында бауырҙың фиброз дәрәжәһен билдәләү буйынса бушлай акция уҙғарҙы. Барлығы фиброэластометрия үткәреүгә мохтаж 288 пациент тикшерелде. 125 пациентта бауыр фиброзының көсәйә барыуы асыҡланған, 36-һында — аныҡ фиброз стадияһында (бауыр циррозы). Артабан тикшереү үтергә ҡушылған.
Бауыр фиброэластометрияһы (бауырҙы фибросканерлау) — Fibroscan махсус аппараты ярҙамында инвазив булмаған юл менән фиброздың ниндәй дәрәжәлә булыуын диагностикалау өсөн үткәрелгән заманса хәүефһеҙ тикшереү алымы. Ошо процедура барлыҡҡа килгәнгә тиклем бауыр туҡымаһы күҙәнәктәрен бауырҙы пункциялы биопсия ярҙамында ғына тикшерергә мөмкин ине.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.