Шағирә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина ошо көндәрҙә тыуған көнөн билдәләне. Уға ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң саф, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Әжәл ҡапҡалары ҡайҙа икән:
Ер аҫтында, әллә күктәрҙә?
Бәндә ҡарыйлыҡҡа күсмәй тороп
Ниңә тормай улар биктәрҙә?
Әжәл ҡапҡалары бер асылһа,
Һорап тормай йәшен, затын да ул,
Барыһын да бергә ул йота!
Әжәл ҡапҡалары бик аяуһыҙ,
Тик бер хәбәр ишетеүҙән хатта
Нисәмә һыр сыға йөҙҙәргә.
Ғүмерҙәрҙең фанилығы бит был –
Оҙатабыҙ тағы бер ирҙе...
Әжәл ҡапҡалары көслө затҡа
Һис йәлләмәй урын-ҡәберҙе!
Ахырызаманда беҙ йәшәһәк тә
Түгел дә бит ахыры быуаттың...
Еңел булһын туған тупраҡҡайы –
Кем йыуатыр бына балаларын?
Әжәл ҡапҡаһына юллатмайса
Замананы беҙҙең кем һаҡлар?
Әжәл ҡапҡалары бер сик кенә,
Доға ҡылайыҡ беҙ киткәндәргә!
Насип булмаҫ гүрҙең ғазабы...
Иле фарман бирһә, яуға сығыр,
Майҙандарҙы яулар ил ҡыҙы.
Ҡырғын килһә, түлен һаҡлар өсөн
Һабан һөрөр, тырмар, ер ҡаҙыр.
Афәт килһә, башын түбән эймәҫ,
Туплай алыр зирәк зиһенен.
Рәхәтлектәр эҙләп ситкә сапмаҫ,
Барын күтәрер ул ил менән.
Тура һүҙен күҙгә ҡарап әйтер,
Сабырлығын һаҡлар бәләлә.
Ул бит үлер саҡта йәшәй белә,
Йөрәгенә тотош иле һыйған,
Күкрәк һөтө – ғәзиз балаһына,
Саф һөйөүе – һөйгән йәренә.
Әйтерһең дә, тоғро һалдат кеүек,
Ил ҡыҙында – илдең хәстәре.
Шуға уның йырлы ҡараштары,
Нәфисә Вәлиди иҫтәлегенә.
Хәйерле юл, йәнем, хәйерле юл,
Ҡайҙа ғына аяҡ баҫһаң да һин
Килһен бары яҡты хәбәрҙәр.
Хәйерле юл, бәғрем, хәйерле юл,
Юлдаш булһын һиңә теләгем.
Ғилем асҡыстарын бирһен Хоҙай!
Һинһеҙ генә ҡалыу йәл бөгөн...
Ваҡытлыса микән был хушлашыу?
Түҙеп булыр кеүек уға ла...
Әллә ниңә төштәремдә һының
Ҡояш булып ҡалҡа ҡабаттан.
Мин бит һине йәнә табыр өсөн
Мәңгелеккә, гүйә, оҙатам.
Хәйерле юл, йәнем, хәйерле юл!
Мөхәббәтем һине һаҡлаһын.
Әллә кемдәр һине һатҡанда ла,
Тыуған ерең генә һатмаһын!
Һатмаҫ та ул һине тыуған төйәк,
Ай, төрлө шул илдә әҙәмдәр...
Ысын йөҙөн аса ҡай берәүҙәр
Аҡтарылған саҡта сиҙәмдәр.
Аҡтарылған саҡта кеше йәне,
Ҡалмағандай унда мәрхәмәт.
Монаятым һиңә бер им булһын,
Хәйерле юл, янсыҡтағы йәнем
Дәрүиш кеүек бергә ил гиҙер.
Йылдар үткәс беҙҙең мөхәббәттең
Бар тарихын илгә тергеҙер.
Хәйерле юл, исемкәйең менән
Ҡалам инде һөйөү ҡандырып.
Ә артыңдан утлы шауҡым-хәбәр
Күперҙәрең бара яндырып...
Туфан ҡалҡҡанмы ни?! Ауылдарым
Яуындарҙа ҡалған күшегеп.
Төбө тишелгән дә анау күктең,
Ҡоя ямғыр, гүйә, эше күп.
Бәндәләрҙең күпме көсө, сәме
Ҡара болот, ямғыр көткәндәр бар,
Зинһар өсөн, яума, үт инде!!!
Уттан ҡалмай, һыуҙан ҡала, тиҙәр,
Өмөтмө ни инде шул әйтем?
Ҡоштар, болоттарға бер сүллектең
Барыһы ла иҫән генә булһын,
Тереләргә мал да табылыр.
Хоҙай үҙе ҡыҙыҡҡан был ерҙең
Михнәттәре киткән сағылыр...