Проект Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында һәм Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми үҙәктәре, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Медицина-генетика үҙәге хеҙмәттәшлегендә ғәмәлгә ашырыласаҡ.
Олон күҙәнәктәре банкын ойоштороу өсөн Республика ҡан тапшырыу станцияһында донорҙарҙы бер төрлөләү лабораторияһы, донорҙар регистры һәм криобанк ойоштороласаҡ. Дөйөм Рәсәй олон күҙәнәктәре банкына инеү өсөн татар-башҡорт популяцияһы буйынса материалды өйрәнергә кәрәк.
«Туған булмаған ике халыҡтың генотиптары тап килеү ихтималлығы 1:10000-дән 1:100000-гә тиклем тәшкил итә, шуға тап килгән донорҙы табыу – төбәк үҙенсәлектәре менән бәйле ҡатмарлы процесс. Төбәк регистрында тура килеүҙәр ярайһы уҡ күберәк буласаҡ», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Республика ҡан тапшырыу станцияһының клиник-диагностика лабораторияһы мөдире Рәйсә Иҡсанова.
Республика ҡан тапшырыу станцияһы Санкт-Петербургта Академик И.П. Павлов исемендәге Беренсе медицина университеты ҡарамағындағы Р.М. Горбачева исемендәге Балалар гематологияһы һәм трансплантологияһы ғилми тикшеренеү институты менән дөйөм Рәсәй банкы регистрын Башҡортостандағы олон күҙәнәктәре донорҙары өлгөләре менән тулыландырыу буйынса хеҙмәттәшлек тәжрибәһенә эйә.
2015 йылдан хеҙмәттәшлек осоронда 537 ҡан өлгөһө йүнәлтелгән, уларҙан Башҡортостандан дүрт донор реципиенттарға елек күсереп ултыртыу өсөн тап килгән.
«Әлегә банк булдырыу – эш төркөмөн ойоштороу этабындағы проект офисы стадияһында. Яҡын ваҡытта проект еренә еткерелеп эшләнәсәк һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡарауға ебәреләсәк», — тип аңлаттылар Республика ҡан тапшырыу станцияһында.