Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Июль 2018, 13:48

Һаҡ булығыҙ: Башҡортостанда 9 йәшлек бала 9-сы ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшөп үлгән

Фажиғәле хәл бөгөн Өфөнөң Дим районында теркәлгән. Баш ҡалалағы Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, көндөҙгө сәғәт 3-тә Дағстан урамындағы йорттарҙың береһенең туғыҙынсы ҡатынан баланың ҡолап төшөүе хаҡында мәғлүмәт килгән.


«Урынға тиҙ медицина ярҙамы бригадаһы килеп еткән. 9 йәшлек баланы дауаханаға алып барып өлгөрмәгәндәр, ул тиҙ ярҙам автомобилендә вафат булған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип аныҡлыҡ индерҙе ҡотҡарыусылар.


/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Читайте нас